Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 17:2 - Изге Яҙма

2 Паулус, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында фекер алышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Паулус, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында фекер алышты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 17:2
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.


Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,


– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


ә ҡалғандар Пергенан Писидиә өлкәһендәге Антиохияға китте. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы.


Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө.


Иконионда Паулус менән Барнабас, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды.


Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.


Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.


Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы.


Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.


Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты.


Филиппус уға ошо урындан башлап аңлатып бирҙе һәм Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләне.


Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә: – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы.


Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,


Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ