Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 17:14 - Изге Яҙма

14 Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 17:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте.


Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.


Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Алланы ололап йәшәгән бик күп гректар, уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Паулус менән Силасҡа ҡушылды.


Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.


Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы.


Ике ярҙамсыһын, Тимоҫеус менән Әрәстосты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә тотҡарланды.


Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Быны белеп ҡалған Паулус Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде.


Төндә шәкерттәр уны, кәрзингә ултыртып, ҡала диуары буйлап ергә төшөрҙө.


Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Ҡайсареяға оҙаттылар, ә унан Тарсосҡа ебәрҙеләр.


Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным.


Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым.


– Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ