Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 16:25 - Изге Яҙма

25 Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 16:25
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.


Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттән сыҙамлыҡ тыуғанын беләбеҙ.


Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар:


Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.


Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?


Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ. Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан, Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ, Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ.


Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын, Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә, Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын!


Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш!


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.


Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам.


көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.


Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте.


Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.


Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.


Шул уҡ төнгө бер сәғәттә төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы, үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ