Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 16:19 - Изге Яҙма

19 Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 16:19
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде.


Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән.


туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡонан һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла,


Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.


Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.


Шулай ҙа Антиохиянан һәм Икониондан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр халыҡты үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Паулусты таш бәреп туҡманылар ҙа, үлде тип уйлап, ҡаланан тышҡа сығарып ташланылар.


Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.


Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни?


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән.


Шунан һуң батшаға барып, ул сығарған ҡарарға ҡағылышлы былай тинеләр: – Һин бит, батша, утыҙ көн буйы үтенесе менән һиңә түгел, ә башҡа илаһҡамы йәки кешегәме мөрәжәғәт иткән әҙәмде арыҫландар янына соҡорға ташларға, тигән фарман сығарғайның. – Был ҡарарым ҡәтғи, ул үҙгәрмәй торған мадай һәм фарсылар ҡануны! – тип яуап ҡайтарҙы батша.


Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты,


Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтереп: – Был әҙәмдәр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тәртипһеҙлек тыуҙыра, – тинеләр.


Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.


Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Паулус менән Силастың алдына йығылды.


Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм шулай уҡ көрәшәһегеҙ.


Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ