Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:24 - Изге Яҙма

24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:24
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр.


Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә.


Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ