Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 15:17 - Изге Яҙма

17-18 Шунда башҡа кешеләр, Минең исемем менән аталған бар халыҡтар Раббыны эҙләйәсәк». Борондан уҡ быларҙы мәғлүм иткән Раббы шулай ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 15:17
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.


Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ.


«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.


Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».


Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.


Һөҙөмтәлә, Минең халҡым Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен, Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Шунан пәйғәмбәрлек һүҙен әйтте: «Аһ, Алла ошоларҙы ғәмәл ҡылғас, Кемдәр генә иҫән ҡалыр икән?


Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.


Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ