Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 13:36 - Изге Яҙма

36 Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

36 Үҙ дәүерендә Алла ихтыяры буйынса хеҙмәт итеп йәшәгән Дауыт иһә вафат булды һәм үҙенең аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

36 Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 13:36
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.


Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.


Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.


Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.


Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡыла, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итә.


Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.


Рехавғам үлеп ата-бабалары хозурына күсә һәм Дауыт ҡалаһында ерләнә. Тәхеткә улы Авияһ ултыра.


Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра.


Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.


Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнә. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултыра.


Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм,


Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр.


Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.


Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Ғайса: – Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине. – Хакимым, мәйет еҫләнгәндер инде, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит, – тине мәрхүмдең апаһы Марта.


Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән.


– Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.


Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата.


Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашҡа (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде),


Имандаштар, һеҙ өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ