30 Әммә Алла Уны үленән терелтте.
Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.
Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙемдең йәнемде ҡабаттан алыу өсөн бирәм.
– Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.
ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә беҙгә, Үҙе алдан уҡ һайлап алған, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашап-эскән шаһиттарына, күрһәтте.
Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын».
Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.
Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.
Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине.
Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары.
Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ.
Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ.
Алла Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелткәс, фатихаһын биреү һәм һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәренән аралау өсөн, Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе.
һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.
Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.