Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 12:21 - Изге Яҙма

21 Билдәләнгән көндө Һируд, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында телмәр тотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

21 Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Билдәләнгән көндө Һируд, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында телмәр тотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 12:21
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар.


Ә халыҡ уның һүҙен хуплап: – Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте.


Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.


Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.


Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр.


Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ».


Биш көндән, идарасы алдында Паулусҡа ҡаршы ғәйеп ташлау өсөн, иң баш ҡаһин Һананиас аҡһаҡалдар һәм хоҡуҡ белгесе Тертуллос исемле кеше менән бергә Ҡайсареяға килде.


Икенсе көндө Агриппас һәм Берника хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә тантаналы рәүештә ултырыштар залына ингәс, Фестустың әмере буйынса Паулусты алып килделәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ