Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 12:17 - Изге Яҙма

17 Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

17 Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 12:17
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыға шөкөрана итеп йырлағыҙ, Аллабыҙға лира сиртеп көйләгеҙ.


Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды.


Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды.


Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Әфраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.


Шимғон Петрус, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, уға ишара яһаны.


Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.


Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте.


Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.


Петрус шаҡыуын дауам итте. Ҡапҡаны асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар.


Таң атҡас, ҡот осҡос шау-шыу күтәрелде. Һаҡсылар бер-береһенән: «Петрус ҡайҙа булған икән?» – тинеләр.


Паулус тороп баҫты ла ҡулы менән ишаралап тынлыҡҡа саҡырҙы: – Исраилдар һәм Алланан ҡурҡыусы башҡалар, тыңлағыҙ!


Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!


Паулус менән Силас төрмәнән сыҡҡандан һуң, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштар менән осрашып, уларға өгөт-нәсихәт биргәс, юлға сыҡтылар.


Ҡайһылары йәһүдтәр халыҡ алдына этеп сығарған Искәндәр исемле бер кешегә кәңәштәр бирҙе. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны.


Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.


Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы.


Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде.


унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде.


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


Яҡуп янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петрус иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашай ине, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ