Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 11:19 - Изге Яҙма

19 Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 11:19
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.


Йәһүдтәр үҙ-ара: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?


Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.


Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.


Изге Рух тарафынан ебәрелгән Барнабас һәм Шаул Селеукея ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр.


Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Атталеянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Паулус менән Барнабас, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны.


Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар.


Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты.


Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы.


Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны.


Паулус менән Барнабас араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙы, һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Барнабас, Маркусты алып, һыу юлы менән Кипрға юлланды.


Ҡайсареяға барып еткәс, караптан төшөп, Йәрүсәлимгә килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте.


Беҙҙең менән бергә Ҡайсареянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.


Унда Фойникә өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек.


Алла Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелткәс, фатихаһын биреү һәм һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәренән аралау өсөн, Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе.


Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви,


Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап,


Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ