Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 10:31 - Изге Яҙма

31 һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

31 һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 10:31
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам.


Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –


Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


– Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнелиус. – Ҡапыл алдымда ялтырап торған кейем кейгән бер әҙәм пәйҙә булды


Яфонан Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Шимғондың өйөндә ҡунаҡта», – тине.


Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ