Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 1:5 - Изге Яҙма

5 Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 1:5
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул көндәрҙә былай булыр: Тауҙарҙан татлы шарап, Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор; Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр. Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә Шиттим үҙәнен һуғарыр.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.


Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар.


Мин Уны танымай инем, ләкин, Уны Исраил халҡы белһен өсөн, һыуға сумдырыу йолаһын башҡарырға килдем.


Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.


Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде.


– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул халыҡты үҙенән һуң килгән Затҡа, йәғни Ғайсаға, инанырға өндәне, – тине Паулус.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ