Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 1:26 - Изге Яҙма

26 Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфийға төштө һәм ул, бүтән ун бер кеүек, илселәр иҫәбенә индерелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 1:26
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була.


Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк.


Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине.


Зиһене бар кеше өсөн аҡыл – тормош шишмәһе, ахмаҡҡа иһә ахмаҡлығы – яза.


Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.


йәрәбә һалһын: тәкәләрҙең береһе – Раббы, икенсеһе Ғазазел өсөн булыр.


Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө.


Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, илселәр үҙҙәренең ҡылған эштәре һәм халыҡты ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.


Ике кешене: Барсаббас тип аталған Йософто (уны Юстос тип тә атайҙар) һәм Маҫҫиасты тәҡдим иттеләр.


Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән.


Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. –


йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде.


Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде.


Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ