Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 1:19 - Изге Яҙма

19 Был турала Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды һәм баҫыуҙы үҙ телдәрендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер», тип атаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Был барлыҡ Иерусалим халҡына билдәле булды, шунлыҡтан ул ер уларҙың телендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер» тип атала башланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Был турала Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды һәм баҫыуҙы үҙ телдәрендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер», тип атаны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 1:19
6 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим тип аталды.


Раббы миңә: – Уларҙы көмөш иретеүсегә бырға, – тине. Ниндәй юғары баһаланылар мине! Мин ул утыҙ көмөштө алып, Раббы ҡорамындағы көмөш иретеүсегә ташланым.


Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә.


Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.


– Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте.


Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ