Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 1:13 - Изге Яҙма

13 Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

13 Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 1:13
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе.


Ул һеҙгә өҫкө ҡатта йыһазландырылған, әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.


Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды.


Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфай улы Левиҙе күреп: – Миңә эйәр! – тине. Леви, тороп, Уның артынан эйәрҙе.


Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне.


Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:


Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.


Игеҙәк ҡушаматлы Томас шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та Ғайса менән бергә үләйек, – тине.


Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хакимым! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.


Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрустан: – Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул: – Юҡ, – тине.


Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.


Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте.


Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!


Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. –


– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине.


Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде.


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата,


Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ