26 Ә күктәге Йәрүсәлим ирекле, ул – беҙҙең әсәбеҙ.
26 Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ.
Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.
Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.
Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам!
Йәрүсәлим менән бергә һөйөнөгөҙ, Эй уны яратҡандар, барығыҙ ҙа уның өсөн шатланығыҙ. Йәрүсәлим өсөн йәш түккәндәр, Уның менән бергә ҡыуанығыҙ.
«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.
Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.
Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм –
«Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ.
Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.
Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.
Гонаһтан азат ителеп, тәҡүәлектең ҡолдары булдығыҙ.
Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған.
Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.
Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.
Беҙҙең ватаныбыҙ – күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.
Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.
Ирекле кешеләр булараҡ, иркегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,
Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡ аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж.
Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.
Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем.
Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.