Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 4:24 - Изге Яҙма

24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡоллоҡ өсөн балалар тыуҙыра, ул – Хәжәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡоллоҡ өсөн балалар тыуҙыра, ул – Хәжәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 4:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе.


Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр.


Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр.


Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».


Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған.


һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.


Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.


Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды, тиһәң дә була.


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте.


Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ