Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филимонға 1:24 - Изге Яҙма

24 һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филимонға 1:24
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Барыһын да аңлағас, ул Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәмдең өйөнә килде. Унда йыйылған күп халыҡ доға ҡыла ине.


Ә Барнабас менән Шаул, үҙҙәренә тапшырылған эште башҡарғандан һуң, Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Йәрүсәлимдән Антиохияға ҡайттылар.


Паулус һәм уның юлдаштары, Пафостан һыу юлы менән Памфулия өлкәһендәге Перге ҡалаһына килде. Яхъя, уларҙан айырылып, Йәрүсәлимгә ҡайтты,


Тиҙҙән бөтә ҡалала боларыш башланды. Паулустың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархосты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ташланды.


Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамиттан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тессалонике ҡалаһында йәшәүсе македон Аристархос та бар ине.


Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ.


Һеҙгә ҡәҙерле табип Лукас менән Демас та сәләм тапшыра.


Бабилдағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Маркус һеҙгә сәләм ебәрә.


Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ