Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филимонға 1:10 - Изге Яҙма

10 Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онесимус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

10 Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онисим.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онесимус.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филимонға 1:10
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте.


Халыҡ араһынан берәү: – Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә яуыз рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте.


Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым.


Бәлки, Мәсихтә меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, мин Ғайса Мәсихтә атайығыҙ булдым.


Балаларым, һеҙҙә Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.


Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онесимус менән бергә ебәрәм. Улар һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләр.


ысын имандаш улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титусҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.


Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине.


Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ