Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 7:27 - Изге Яҙма

27 Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 7:27
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Минең хозурымда фәҡәт Садоҡ тоҡомонан булған леви ҡаһиндары ғына хеҙмәт итер. Һин уларға гонаһ ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ бир, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң


Унан һуң, халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ, кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен.


Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен.


Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһҡа ҡарата үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй.


Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Алла Үҙенең Рухы менән йәшәгән торлаҡ булып төҙөләһегеҙ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш.


Шунлыҡтан ул халыҡ гонаһтары өсөн дә, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.


Әгәр ерҙә булһа, Ул ҡаһин булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде.


Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Ул, баш ҡаһин йыл һайын Иң мөҡәддәс урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне.


Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде.


Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ