Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 11:5 - Изге Яҙма

5 Ханох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Енох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала. Уның тураһында: «Үҙенең янына алынғанға тиклем үк Алла уның менән ҡәнәғәт булған», – тип әйтелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ханох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 11:5
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.


Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.


Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде.


Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була.


Ләмәх – Меҫушелах улы, Меҫушелах – Ханох улы, Ханох – Йәрәд улы, Йәрәд – Маһалалил улы, Маһалалил – Ҡынан улы,


Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.


Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.


Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


Ханох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ