Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Эстер 9:20 - Изге Яҙма

20 Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Эстер 9:20
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй ҡоло Исраилдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!


Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды.


үҙенең барлыҡ биләмәләренә – һәр өлкәгә үҙ яҙмаһында, һәр халыҡҡа үҙ телендә хат-хәбәр ебәрҙе. Барлыҡ телдәрҙә: «Ир кеше үҙ өйөндә хужа булһын», – тип иғлан ителде.


Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды.


Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә.


Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо.


Шуға ла был көндәр «пур» һүҙенән Пурим тип атала. Шулай итеп, йәһүдтәр Мордехайҙың хатында яҙылғандарҙы, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе һәм үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе иҫтә тотоп,


үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте.


Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы.


Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!


Йермеяһ пәйғәмбәр һөргөндә иҫән ҡалған аҡһаҡалдарға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә һәм Навуходоносор Йәрүсәлимдән Бабилға ҡыуып алып киткән бөтә халыҡҡа Йәрүсәлимдән хат ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ