15 Үрмәксе ауына һөйәлер – ау өҙөлөр, Епкә йәбешер – уныһы ла сыҙамаҫ.
Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр.
Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ, Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр.
Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр».
Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм, Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта.
Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға.
Ямандарҙың йорто емерелер, намыҫлыларҙың сатыры сәскә атыр.
Ло-Деварҙы алдыҡ, тип һөйөнәһегеҙ, Ҡарнаимды үҙ көсөбөҙ менән яуланыҡ, тиһегеҙ.
«Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ».