15 Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.
Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.
Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
Һыуы кипкән күл, Ҡороп ҡалған йылға һымаҡ,
Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе, Таныштарым мине ят күрәләр.
Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә.
Улар боҙҙар ирегәндә таша, Ҡар һыуына тулып ярҙан аша;
Зинһар, туҡта мине язалауҙан, Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам.
Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.
Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта.
Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ.
Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға».
Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай? Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай? Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш, Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?»
Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп.
Йәһүҙә батшаһының һарайында ҡалған бөтә ҡатындарҙы Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтары алдына алып сығасаҡтар. Шул саҡ ул ҡатындар һиңә: «Ышанған дуҫтарығыҙ Һине алдаттылар ҙа еңделәр; Ә аяҡтарың батҡаҡҡа батҡас, Улар һине ташлап ҡасты», – тиерҙәр.
Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.
Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән.
Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.