Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 6:14 - Изге Яҙма

14 Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 6:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. –


Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне.


Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең.


Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.


Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине!


Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған.


Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.


Икенсеһе иһә, киреһенсә: – Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Һин үҙең дә Уның кеүек үк язаға тарттырылғанһың бит, – тип тегене тыйҙы. –


Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшһә, уның өсөн әрнеүҙән янмайыммы?


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ