27 Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал».
«Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.
Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм, Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм.
«Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы?
Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ, Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең.
Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:
Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр.
Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр.
Раббының бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә игелек булыр.