15 Бөтә илдә Әйүптең ҡыҙҙарынан да гүзәлерәк ҡыҙҙар юҡ ине. Аталары уларға ла ағай-энеләре менән бер тигеҙ мираҫ бирҙе.
Тәүге ҡыҙына Емима, икенсеһенә Ҡесиға, өсөнсөһөнә Ҡәрән-Һаппух тип исем ҡушты.
Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе.
Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон.
– Селофхад ҡыҙҙары хаҡ һөйләй. Уларға аталарының туғандары араһында биләмәгә ер бир, аталарының биләмәһе уларға күсһен.
Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған. Өс ай буйы атаһы йортонда тәрбиәләнгәндән һуң,
Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар.