23 Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр.
Лотостар уларҙы күләгәһе менән ҡаплар, Йылға талдары тирә-яҡтан уратыр.
Ҡорһаҡ аҫты сүлмәк ватыҡтары кеүек осло: Мәтене ашлыҡ һуҡҡыс һымаҡ аҡтарып бара.
Йөҙгәндә артынан балҡып торған эҙ ҡалдырыр; Аҡ күбектәр сал сәстәй тойолор.
– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.
Өҫтәрендә тимер һарайтаға оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы.