5 Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал.
Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды.
Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай, Әммә Уны аңламайҙар.
Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем.
Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ.
Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.
Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.