17 Лотостар уларҙы күләгәһе менән ҡаплар, Йылға талдары тирә-яҡтан уратыр.
Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
Мине ит һәм тире менән кейендерҙең, Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең.
Ул сәнскәкле лотос аҫтында, Һаҙлыҡтарҙа ҡамыш араһында боҫоп ята;
Йылға шарлап аҡҡандан да өркмәҫ; Тыныс ҡалыр хатта Иордан йылғаһы Боғаҙына эркелгән саҡта ла.
Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр.