27 Һинең бойороғоң менән күтәреләме бөркөт, Юғарыла үҙенә оя ҡорамы?
Ҡарсыға күктә һинең аҡылың менән кәйеләме, Ҡанат йәйеп, көньяҡҡа осамы?
Ул ҡаяла төйәкләнә, Ҡәлғәһе – ҡая таштар, шунда төнөн үткәрә;
Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың, Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең.
«Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ.
Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер.
ул да булһа, күк йөҙөндә бөркөт юлы, ҡаҡ ҡаяла йылан юлы, диңгеҙ уртаһында карап юлы, ир-егеттең ҡыҙ-ҡырҡынға юлы.
Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар.
Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –
Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.
Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө,
Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы.