24 Ажарынан ул ерҙе кимерә, Борғо тауышына бейеп тора,
Йылмайыуым уларҙа өмөт уята, Яҡты йөҙөм күңелдәрен күтәрә торғайны.
Минең әйтергә теләгәнемде Уға берәйһе еткерерме? Кемдең әйтеп һәләкәткә тарығыһы килһен?
Өҫтөнә тағылған һаҙаҡта уҡ сыңлай, Һөңгө менән ҡалҡан ялтырай.
Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә. Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя, Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен, Яу оранын ишетә.
Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам.
Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.
Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.
Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?
Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны.