21 Тояҡтары менән ерҙе сапсый, Көс-ҡеүәтенә сыҙаша алмай, Ҡурҡыу белмәй алышҡа ынтыла.
Хәүеф-хафа уның өсөн көлкө генә, Ҡылыс алдында ла артҡа сикмәҫ.
Йәнең теләгәнде бирһен, Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен!
Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра.
Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.