20 Саранча һымаҡ сабырға өйрәттеңме? Ғорур кешнәүе ниндәй дәһшәтле;
Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
Дан яғынан дошман аттарының бышҡырыуы ишетелә; Айғырҙарҙың көслө кешнәүенән ер һелкенә. Дошман, илебеҙҙе, ундағы бөтә нәмәне, Ҡалаларҙы тар-мар итеп, кешеләрҙе үлтермәксе».
Шулай тау армыттарынан Яу арбалары гөрһөлдәп елә; Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай, Шулай олоғара ғәскәр Саф-саф теҙелеп алышҡа килә.