18 Әммә тороп йүгерергә тотонһа, Атты ла, һыбайлыны ла көлкөгә ҡалдыра!
Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.
Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған, Аңлау ҡеүәһе бирмәгән.
Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме?
Хәүеф-хафа уның өсөн көлкө генә, Ҡылыс алдында ла артҡа сикмәҫ.
Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй.
Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң, Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең.