17 Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған, Аңлау ҡеүәһе бирмәгән.
Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.
Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.
Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.
Себештәренә ҡарата аяуһыҙ ул, әйтерһең дә улар ят; Тырышлығы бушҡа китер тип тә ҡурҡмай.
Әммә тороп йүгерергә тотонһа, Атты ла, һыбайлыны ла көлкөгә ҡалдыра!
Халҡымдың гонаһсыл ҡомһоҙлоғо арҡаһында, Асыуланып, уны язаланым. Унан йөҙ йәшерҙем, асыуландым, Әммә барыбер хыянат итеп, Үҙ юлынан бара бирҙе.
Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.