6-7 Нимә өҫтөнә уның нигеҙҙәре ҡуйылды? Таң йондоҙҙарының ҡыуаныслы йыры, Илаһи заттарҙың шат гөрләшеүе аҫтында Кем ерҙең мөйөш ташын урынлаштырҙы?
Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән; Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған.
Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо, Ул һайлап алған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!
Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.
Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон.
Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам, Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла. Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын!
Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!
Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –
Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.
Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти:
Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.