41 Ҡоҙғонға емтекте кем әҙерләй, Ҡошсоҡтары аслыҡтан бәлтерәп Аллаға ярҙам һорап ҡысҡырған саҡта?
Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.
Башҡа халыҡтарға улай эшләмәне, Һис кемгә ҡарарын белдермәне. Раббыны данлағыҙ!
Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?
Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.