33 Күктең ҡанундарын беләһеңме? Ерҙә тейешле тәртип урынлаштыра алырһыңмы?
Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте.
Ер имен-аман торғанда: Сәсеү менән ураҡ, Эҫе менән һыуыҡ, Йәй менән ҡыш, Көн менән төн Һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.
Йондоҙҙарҙы тәғәйен ваҡыттарында сығарып, Етегәнгә Кесеһе менән бергә юл күрһәтерһең?
Раббы уларҙы мәңгегә ныҡлап урынлаштырҙы, Бының өсөн боҙолмаҫ ҡағиҙә ҡуйҙы.
Раббы былай ти: «Мин көн һәм төн менән килешеүҙе, күк менән ер өсөн урынлаштырған ҡанун-ҡағиҙәләрҙе үҙгәртмәгән һымаҡ,