Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 38:28 - Изге Яҙма

28 Бармы ямғырҙың атаһы? Ысыҡ тамсыларын кем тыуҙыра?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 38:28
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә, Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Алла.


ә атаһы Исхаҡ уға былай тине: – Йәшәгән төйәгең күктең ысығы һуғарған, Уңдырышлы ерҙән алыҫ булыр.


Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.


Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Тамырҙарым һыуға тейер, Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр,


Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә.


Был тамсылар болоттарҙан тама, Кешеләрҙең өҫтөнә мул булып яуа.


Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы?


Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе.


Уның аҡылы менән упҡындар убыла, болоттар ергә ямғыр яуҙыра.


Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Эстән генә: „Үҙ мәлендә ямғырын яуҙырған, Яҙын, көҙөн еребеҙҙе һуғарған, Уңыш йыйырға йыл һайын ваҡыт биргән Аллабыҙ Раббынан ҡурҡайыҡ“, – тимәне.


Раббы былай ти: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, Ихлас һөйөү менән яратырмын, Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.


Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.


Йософ тураһында әйтте: – Раббы уның ерен күк байлығы – ысыҡ, Ер аҫтында ятҡан тәрән һыуҙар,


Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ