18 Ер киңлектәрен тикшереп сыҡтыңмы һин? Һөйләп бир, ошоларҙың барыһын белһәң.
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
Ҡайҙа яҡтылыҡ төйәгенә алып барған юл? Ҡараңғылыҡтың торлағы ҡайҙа?
Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ.
Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы.
Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән туплам менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө.