15 Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын, Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме?
Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған? Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған?
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла.
Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы.