29 Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә?
Ҡараңғылыҡҡа сорналып, Ямғыр болоттарынан Үҙенә сатыр ҡорҙо.
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта
Был тамсылар болоттарҙан тама, Кешеләрҙең өҫтөнә мул булып яуа.
Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә, Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя.
Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә.
Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы?
Кем үҙенең аҡылы менән болоттарҙы һанай ала? Тупраҡ ташҡа әйләнгәндә, бергә уҡмашып ҡатҡанда, Кем күктең турһығын бушата ала?
Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем.
Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын!
Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә.
Кем үҙенең хаталарын белер? Йәшерендәренән пакла мине.
Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған.
Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.
Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.