Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 36:26 - Изге Яҙма

26 Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 36:26
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!


Көндәрең кешенекеләй һанаулымы? Йылдарың бәндәнеке һымаҡ ҡыҫҡамы?


Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»


Уның ғәмәлдәрен бар кеше күреп тора, Йыраҡтан ғына хайран ҡалып тамаша ҡыла.


Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.


Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла.


Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.


Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың, кейемдәй улар алмаштырылыр. Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти.


Ләкин, һөйөклөләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн – мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ