20 Халыҡтарҙың ер йөҙөнән Юҡ ителәсәк төнөн теләмә.
Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.
Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән!
Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була.
Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә.
Бар байлығың менән тырышлығың Һине бәләнән йолоп ала алырмы?
Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине.
Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе!
Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.
Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр.
Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала.
Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.
Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.