13 Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.
уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы!
Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.
Ниңә күңелең шулай шашына? Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора?
Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең.
Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр.
Улар йәшләй генә үлеп ҡала, Ғүмерҙәре фәхеш ирҙәрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була.
Әгәр кешеләр бығауҙа булһа, Ҡайғы-хәсрәт менән сынйырланһа,
Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым.
Моав – йыуыныр ялғашым; Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».
Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ.
Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.