Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 36:11 - Изге Яҙма

11 Әгәр тыңлаһалар, Уға хеҙмәт итһәләр, Ҡалған көндәрендә муллыҡта йәшәрҙәр, Йылдарын рәхәтлектә үткәрерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 36:11
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.


Бала-сағалары көтөү булып йөрөй, Бәрәстәр кеүек һикерәнләп уйнай.


Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә.


Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер.


Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!


Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.


Эй мәкерле тел, һиңә нимә бирелер, Уның өҫтөнә нимә өҫтәлер?


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.


Мине тыңлағандар иһә, яуызлыҡтан ҡурҡмайынса, имен һәм хәүефһеҙ йәшәр».


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара.


Ерҙә һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе һуғым өсөн һимерттегеҙ.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ