Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Әйүп 35:8 - Изге Яҙма

8 Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Әйүп 35:8
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.


Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала?


Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.


Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм.


Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.


Тынлыҡҡа шатланған диңгеҙселәрҙе Раббы теләгән ерҙәренә алып бара.


Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.


Араларында диуарҙы ҡалҡытырлыҡ, диуарҙың емерелеп төшкән урынында тороп, был илде һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн Минең ҡаршыма баҫырлыҡ кеше эҙләнем, әммә берәүҙе лә таба алманым.


– Алығыҙ ҙа диңгеҙгә ташлағыҙ, шул саҡ диңгеҙ тыныр, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин беләм: был ғәрәсәт өҫтөгөҙгә минең арҡала ябырылды.


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ