13 Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй.
Юҡ-барға ышанып, үҙен-үҙе алдамаһын, Сөнки эшенең әжере лә юҡ-бар буласаҡ.
Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең. Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың.
Әммә Раббының тоғро мөхәббәте Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә! Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә.
Раббы ямандарҙан алыҫ тора, иманлының доғаһына ҡолаҡ һала.
Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.
Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.
Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар.
Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.
Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».
Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай.
Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.
Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.